
Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы булдырыла. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай
законға төҙәтмәләр индерҙе.
Уға ярашлы, хәҙер ишле ғаиләләр балаларын университет ҡарамағындағы колледждарҙа түләп уҡытҡан өсөн компенсация алырға хоҡуҡлы. Ғаилә йылына бер бала өсөн 30 мең һумға яҡын аҡсаны кире ҡайтара ала.
Республикала ошондай 620 студент бар. Компенсация бәлиғ булмаған өс бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙән тыш, 23 йәшкәсә студент балалары булғандарға ла ҡағыла. Никахта торған йәки тулыһынса дәүләт тәьминәтендә булған балалар ғына был хоҡуҡтан файҙалана алмай.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев