Предыдущая публикация
Инсаф Салихов

Инсаф Салихов

24 сен 2025

Бер ни тоймай, мәрткә киттек буғай,

Битарафбыҙ бөтә нәмәгә...
Алдыбыҙҙа ярыҡ ялғаш тора,
Һыу ҙа тула тишек кәмәгә...
Эх, был алдыҡ донъя, әүрәтә бит...
Елгә - еленләтә, ысҡанып...
Ҡайсаҡ башты алып ҡасҡы килә,
Ерҙән ары ергә ысҡынып...
Беҙ үҙебеҙ алданырға риза,
Ашау - байҙан,үлем - Хоҙайҙан...
Берәү үртәлеүҙән файҙа бармы?
Икмәк бешмәй бөртөк бойҙайҙан...
Алһыу ғына күҙлек барыбыҙҙа,
Уны кейгәс -донъя бөп -бөтөн,
Барыһы ла элеккесә кеүек,
Юҡ та,бер ерҙә лә ыҫ -төтөн...
Үлеүсеһе,кәмеүсеһе лә юҡ
Бындай күҙлек аша ҡараһаң...
Уйһыҙ ,борсолоуһыҙ йәшәп була,
Кәрәк кешеләргә яраһаң...
Асҡан ауыҙҙарҙы ябырға ла
Онотабыҙ, тыңлап ялғанды...
Шулар менән көндө оҙатабыҙ,
Ҡаршылайбыҙ тағы ал таңды.
Әүрәр өсөн уйынсыҡтар донъя -
Интернеттың иге -сиге юҡ,
Ул реклама ,ул ашамлыҡ, уйын,
Ул донъяны бикләр биге юҡ...
Кемдер унда шашып күңел аса...
Тапҡан кәйеф-сафа ҡорор саҡ...
Кемдер ҡайғыларҙан бөгөлгәндә,
Шатлыҡтары әллә бер ҡосаҡ?
Тормош әллә баштүбәнгә китте,
Кемдә - матәм, кемдә- тантана...
Кем аҡсаһын елгә осорғанда,
Кем ил һаҡлай-тоғро антына...
Күрәҙәсе әйткән булған, тиҙәр,
Шунса йылда- шулар буласаҡ...
Рухын борсомайыҡ Ванганың да,
Буш һүҙ тыныслығын боҙасаҡ...
Ҡырын эштәр-ҡырҡ йыл үткәстен дә,
Тишеп сығыр ҡапсыҡ эстәрен...
Тик, ул тоҡтан сыҡҡан хәбәрҙәрҙән
Аҫыл ирҙәр ҡыҫыр тештәрен.
Ҡабатланған тарих шауҡымылыр...
Үлем көҫәй донъя бүлешкән,
Улар йомшаҡ һөйләп,ҡаҡҡа һала,
Этәрәләр ҡанлы үлешкә.
Күктәр иңрәй кеүек, күрҙегеҙ бит,
Ҡыҙыл күктә-ҡыҙыл эңерҙәр.
Һалынып төшкән ауыр болоттарҙан
Йәндә булған хистәр һүнерҙәр...
Шом тарата кеүек сикһеҙ йыһан,
Яуыр төҫлө ҡанлы ямғырҙар...
Илен һаҡлап ауған һалдаттарҙың
Рухы ғәмһеҙ йәнде ҡағырҙар...
Ҡайҙарҙалыр ҡаты алыш бара...
Йәнен ала әжәл күптәрҙең...
Әллә яҙмыш үҙе шулай ҡушҡан,
Әллә һынауҙары күктәрҙең...
Кәрәгенә - беҙҙең ҡолаҡ һаңрау,
Ишетәбеҙ кәрәк түгелен...
Иҫебеҙ ҙә китмәй кемдер берәү
Илаһа ла янда түгелеп.
Бошмаҫйәндәр артыҡ күбәйгәнгә
Аяҡ аҫтындағы ер китә...
Тыуған ере өсөн ғәмен һалған
Эштәр генә ирҙе -ир итә!
Байҙар ,ярлыларға бүленгәнбеҙ,
Байыған байый,нәфсе -туйымһыҙ..
Ябай халыҡ алыҫ Себер тапай,
Түрәғара булғас вайымһыҙ.
Аҡтарыла ғына уйлы йәнем,
Бер минме ни шулай борсолған?
Балалары булған Әсәләрҙең
Йәне уй -хәсрәттән ҡоршалған.
Хыялдағы яҡты,тигеҙ тормош
Күптән мең ярсыҡҡа ватылған...
Әллә Бәхет ,Өмөт ҡоштарының
Йәне ҡушкөбәктән атылған...?
Алһыу ғына күҙлек барыбыҙҙа,
Донъя унан матур күренә-
Кәмә бөтөн, кәмә ярыҡ түгел...
Ә Ер йөҙә тамуҡ түренә...
Ә.Махийәнова -Галина.

Комментарии 8

Флуса Ахметьянова (Валиуллина)
24 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Флуса Ахметьянова (Валиуллина)
    ЯНАДАН ЯНА ИЖАДИ УНЫШЛАР ЮЛДАШ БУЛСЫН
    24 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    мадина зубаирова
    👍👍👍
    24 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Зульхидза Араслангулова (Садыкова)
    Бик косле Шигыр-кунел ынрашыуы!...💥
    ...алдыбызза ярык ялгаш тора,
    hыу за тула тишек камягя...
    25 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Альфия Шамсуллина
    Л
    26 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Альфия Шамсуллина
    26 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Кунсылыу(Загира) Кутлубаева(Сагитова)
    💔 💔 💔
    28 сен 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Рауза Юлтаева
    Йөрәкте ярырлык дөрөҫ яҙылған шиғыр...
    2 окт 2025
  • Нет комментариев
    Новые комментарии
    Новые комментарии
    Для того чтобы оставить комментарий, войдите или зарегистрируйтесь
    Следующая публикация
    С наступающим Днём Победы!
    Почтите память героев Великой Отечественной войны
    Возложить цветы
    русский
    Помощь
    Сервисы VK
    MailПочтаОблакоКалендарьЗаметкиVK ЗвонкиVK ПочтаТВ программаПогодаГороскопыСпортОтветыVK РекламаЛедиВКонтакте Ещё
    Войти
    Инсаф Салихов

    Инсаф Салихов

    ЛентаДрузья 5 984Фото 3 898Заметки 2 435Группы 59Игры 9Видео
    • Музыка
    • Подарки
    • О себе
    Левая колонка
    Все
    С друзьями
    Игры и приложения

    Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного

    Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.

    Зарегистрироваться