✨
Бөркөт (Орёл)
Бөркөттәр элек күп булған,
Хәҙер ҡалғандар һирәк.
Бөркөттәр ул — ғорур ҡоштар,
Уларҙы һаҡлар кәрәк!
Ылыҫ (Хвоя)
Ҡарағайҙар һәм шыршылар
Йәм-йәшел йәйен-ҡышын.
Уларҙың юҡ япраҡтары,
Уларҙың бар ылыҫы.
Ҡоштар (Птицы)
Ҙуры бар, бәләкәйе бар,
Ҡоштарҙың бар төрлөһө:
Һандуғасы, ҡарлуғасы,
Бөркөтө һәм өкөһө.
Ыласыны, күгәрсене,
Ҡыҙылтүш, һарытүше...
Ҡоштарҙың атамаларын
Белергә тейеш кеше!
Яйыҡбикә

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1