Беҙ –башҡорттар, шундай халыҡ,
Үҙе сабыр, үҙе түҙемле,
Алдаша белмәгән ғәҙелбеҙ беҙ,
Бик тә ныҡыш һәм дә үҙ һүҙле!
Артыҡ ябай тиҙәр башҡорттарҙы,
Ябайлыҡ ул - үҙе ихласлыҡ,
Башҡорттарҙың өлөшөнә төшкән
Алтындарҙан алтын сабырлыҡ.
Хәйлә, мәкер беҙҙән ситтә ҡалған,
Хыянаттан йыраҡ торабыҙ,
Хоҙайыма шөкөр ҡылабыҙ ҙа
Тәбиғәттән көстәр алабыҙ.
Башҡорт тәбиғәтен яһаусыбыҙ
Әүәләгән ғәзиз тупраҡтан,
Тамырҙары тәрән шәжәрәгә
Өҫтәләләр йәшел япраҡтар..
Башҡорт милләте ул - бик боронғо,
Йәшәгән ул тәүге тормошта,
Йәнбирҙеһе янында Йәнбикә
Булған тәүге тормош ҡормошта.
Беҙ –шиғри йән, эпос, йырлы халыҡ,
Саялыҡ хас беҙҙең булмышҡа,
Быуаттарҙан быуаттарға күскән
Мәҙәнилек беҙҙең тормошта.
Хаҡлыҡ яулап сыға ир-егеттәр,
Яндарында ҡатын-ҡыҙҙары,
Улар беҙҙең милләт күгендәге
Балҡып торған Ил йондоҙҙары!
Беҙ башҡорттар, ултырышлы халыҡ,
Үҙебеҙҙең биләр ерҙәр бар,
Ерле халыҡ - Аҫабалар булып
Көн итергә Башҡорт иле бар.
Һирәк әле барлыҡ ер йөҙөндә
Башҡортома тиңләшер халыҡ,
Милләтемдең моң һәм йырҙарына
Донъя тора хайрандар ҡалып!
Ер шарын уратҡан селтәр ауға
Беҙ сигәбеҙ аҫыл биҙәктәр,
Башҡортомдоң һүҙен таратырға
Йыһан буйлап оса йөрәктәр.
Күңелдәрҙә тулы иманыбыҙ,
Шәжәрәлә бик күп туғаныбыҙ,
Европаның халыҡтары менән
Ҡаныбыҙҙа бер үк гендарыбыҙ.
Бөркөт , шоңҡарҙары оя ҡорған
Урал тауы – беҙҙең тауыбыҙ,
Көмөш таҫма булып ағып ята
Һыуҙарға мул бик күп йылғабыҙ .
Бирсе , Раббым, Аҫаба халыҡҡа
Үҙ ерендә тыныс йәшәүҙе,
Башҡа халыҡ менән дуҫлыҡ һаҡлап
Бар донъяны хайран итеүҙе!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 4
Беҙ –башҡорттар, шундай халыҡ,
Үҙе сабыр, үҙе түҙемле,
Алдаша белмәгән ғәҙелбеҙ беҙ,
Бик тә ныҡыш һәм дә үҙ һүҙле!
Артыҡ ябай тиҙәр башҡорттарҙы,
Ябайлыҡ ул - үҙе ихласлыҡ,
Башҡорттарҙың өлөшөнә төшкән
Алтындарҙан алтын сабырлыҡ.
Хәйлә, мәкер беҙҙән ситтә ҡалған,
Хыянаттан йыраҡ торабыҙ,
Хоҙайыма шөкөр ҡылабыҙ ҙа
Тәбиғәттән көстәр алабыҙ.
Башҡорт тәбиғәтен яһаусыбыҙ
Әүәләгән ғәзиз тупраҡтан,
Тамырҙары тәрән шәжәрәгә
Өҫтәләләр йәшел япраҡтар..
Башҡорт милләте ул - бик боронғо,
Йәшәгән ул тәүге тормошта,
Йәнбирҙеһе янында Йәнбикә
Булған тәүге тормош ҡормошта.
Беҙ –шиғри йән, эпос, йырлы халыҡ,
Саялыҡ хас беҙҙең булмышҡа,
Быуаттарҙан быуаттарға күскән
Мәҙәнилек беҙҙең тормошта.
Хаҡлыҡ яулап сыға ир-егеттәр,
Яндарында ҡатын-ҡыҙҙары,
Улар беҙҙең милләт күгендәге
Балҡып торған Ил йондоҙҙары!
Беҙ башҡорттар, ултырышлы халыҡ,
Үҙебеҙҙең биләр ерҙәр бар,
Ерле халыҡ - Аҫабалар булып
Көн итергә Башҡорт иле бар.
Һирәк әле барлыҡ ер йөҙөндә
Башҡор...ЕщёБЕҘ – АҪАБА ХАЛЫҠ!
Беҙ –башҡорттар, шундай халыҡ,
Үҙе сабыр, үҙе түҙемле,
Алдаша белмәгән ғәҙелбеҙ беҙ,
Бик тә ныҡыш һәм дә үҙ һүҙле!
Артыҡ ябай тиҙәр башҡорттарҙы,
Ябайлыҡ ул - үҙе ихласлыҡ,
Башҡорттарҙың өлөшөнә төшкән
Алтындарҙан алтын сабырлыҡ.
Хәйлә, мәкер беҙҙән ситтә ҡалған,
Хыянаттан йыраҡ торабыҙ,
Хоҙайыма шөкөр ҡылабыҙ ҙа
Тәбиғәттән көстәр алабыҙ.
Башҡорт тәбиғәтен яһаусыбыҙ
Әүәләгән ғәзиз тупраҡтан,
Тамырҙары тәрән шәжәрәгә
Өҫтәләләр йәшел япраҡтар..
Башҡорт милләте ул - бик боронғо,
Йәшәгән ул тәүге тормошта,
Йәнбирҙеһе янында Йәнбикә
Булған тәүге тормош ҡормошта.
Беҙ –шиғри йән, эпос, йырлы халыҡ,
Саялыҡ хас беҙҙең булмышҡа,
Быуаттарҙан быуаттарға күскән
Мәҙәнилек беҙҙең тормошта.
Хаҡлыҡ яулап сыға ир-егеттәр,
Яндарында ҡатын-ҡыҙҙары,
Улар беҙҙең милләт күгендәге
Балҡып торған Ил йондоҙҙары!
Беҙ башҡорттар, ултырышлы халыҡ,
Үҙебеҙҙең биләр ерҙәр бар,
Ерле халыҡ - Аҫабалар булып
Көн итергә Башҡорт иле бар.
Һирәк әле барлыҡ ер йөҙөндә
Башҡортома тиңләшер халыҡ,
Милләтемдең моң һәм йырҙарына
Донъя тора хайрандар ҡалып!
Ер шарын уратҡан селтәр ауға
Беҙ сигәбеҙ аҫыл биҙәктәр,
Башҡортомдоң һүҙен таратырға
Йыһан буйлап оса йөрәктәр.
Күңелдәрҙә тулы иманыбыҙ,
Шәжәрәлә бик күп туғаныбыҙ,
Европаның халыҡтары менән
Ҡаныбыҙҙа бер үк гендарыбыҙ.
Бөркөт , шоңҡарҙары оя ҡорған
Урал тауы – беҙҙең тауыбыҙ,
Көмөш таҫма булып ағып ята
Һыуҙарға мул бик күп йылғабыҙ .
Бирсе , Раббым, Аҫаба халыҡҡа
Үҙ ерендә тыныс йәшәүҙе,
Башҡа халыҡ менән дуҫлыҡ һаҡлап
Бар донъяны хайран итеүҙе!
Фәүзиә Ҡотлогилдина -Алтынбикә - халыҡ сәсәне