
Бала саҡҡа әллә ҡайтҡанмын,
Әсәйемдең сәстәренән һыйпап
Алдарына башым һалғанмын.
Ҡушымта:
Йылы ҡараш , йомшаҡ ҡулы менән
Биттәремдән әсәй иркәләй,
Бик һағындым һине әсәйем
Күҙҙәремдән йәштәр тәгәрәй.
Талғын ғына әсәй доға уҡый
Тын алышы килеп бәрелә,
Талғын ғына әсәй доға уҡый
Һәм өндәшә миңә тын ғына.
Ҡушымта:
Балаҡайым, һаҡлан, күҙҙәр тейер
Һаҡлан берүк, яман күҙҙәрҙән,
Һаҡлан балам,яман телдәрҙән
Һаҡлан балам ялған һүҙҙәрҙән.
Төштәр күреп мин уяндым таңда
Бала саҡҡа әллә ҡайтҡанмын,
Әсәйемдең наҙлы ҡарашының
Йылылығын шунда тоямын.
Ҡушымта:
Кисер әсәй, ялғыштарым булһа
Кисер әсәй, зинһар, үтенәм,
Төштәр күреп,доғаларым уҡып
Һағыныуымды һиңә еткерәм.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев