
Август урталары ине Өсөнсө балама ете айлыҡ ауыр менән йөрөйөм. Июль айында больницала ятҡанда балалар өсөн шиғырҙарымды әҙерләп бөттөм. Сыҡҡас, компьютерҙа баҫтым. Хәҙер тапшыраһы ғына ҡалды! Өфөгә барырға кәрәклекте Даян абызый ишеткән һәм миңә хәбәр иттерҙе. Шулай итеп, ирем таң менән Иҫәнғолға алып килде һәм беҙ Өфөгә юлландыҡ. Машинала тағы ике ҡатын-ҡыҙ бар ине, эш буйынса сығалар. Миңә ара-тирә йәлләберәк ҡарап алалар. Даян абызый тура мине нәшриәт янында ҡалдырҙы. Балалар әҙәбиәте бүлегендә Динә Талхина апай бар ине. Шиғырҙарымды уҡығас, бик һөйөндө: "Мин бит больничныйҙа. Аяғымды һындырҙым. Әле ашығыс эш булғанға ғына саҡыртып алдылар. Бына яҡшы булды! Әҙәбиәткә бик талантлы балалар шағирәһе килә! Һинең менән танышыуыма бик шатмын!" - тип ҡабат-ҡабат ҡабатланы, хатта оялып бөттөм. Динә апайҙың һынған аяғы гипста булыуға ҡарамаҫтан, ҡултыҡ таяғы менән мине коридорға оҙата сығыуына хәҙер килеп, ниндәй тәрбиәле, кешелекле, кеселекле кеше булған тим. Йәне йәннәттә булһын! Унан "Йәшлек" гәзитендә булдым. Аҙаҡ Гөлсөм һеңлемдә Даян абызый килеп алғансы серләшеп яттыҡ. Ул Әлимә ҡыҙыма ауырлы ине. Ҡайтҡанда һүҙҙән-һүҙ сығып, теге ҡатындар минең ни эшләп йөрөүем менән ҡыҙыҡһындылар бит! Мине больница тирәһендә йөрөй тип уйлағандар, нәшриәткә китап тапшырып йөрөгәнде бөтөнләй ҡабул итмәнеләр. "Ты сумасшедшая, в таком сроке ехать в Уфу за один день!" Ысынлап та, кискә ҡарай ҡайтып та киттек. Төнләтеп ҡайтҡас, Даян абызыйҙарҙа ғына йоҡланым. Ирем икенсе көнөнә килеп алды. Даян абызыйҙың да ысын йортона күскәненә 17 йыл булып киткән икән ошо көндәрҙә. Йәне йәннәттә булһын! Гөлсөм һеңлемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә лә ике йыл тулды. Йөрәк түремдә һеҙ һаман, минең ҡәҙерле кешеләрем!


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев