Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Улар арҡаһында йыл да баҡса ялын яратҡандарҙың береһе «сысҡан биҙгәге» н йоҡтороп дауаханаға эләгә.
➡️Халыҡта — «сысҡан», ә рәсми телдә — бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк (ГЛПС).
🌿Сирҙе ирлән ғаиләһенә ҡараған сысҡандар һәм башҡа кимереүселәр, Башҡортостанда башлыса — ерән ҡыр сысҡандары тарата. Вирустар йәнлек бүлендектәре менән тирә-яҡ мөхиткә эләгә, уларҙың тәпәйҙәрендә ҡала, һуңынан оҙаҡ ваҡытҡа саңда ҡала.
🦠Йоҡтороу — һауа-тамсы йәки һауа-туҙан ысулы менән (вирус үпкәгә өҫкө тын юлдары аша үтеп инә), яралар һәм лайлалы тире йәки термик эшкәртелмәгән зарарлы һыу һәм аҙыҡ аша.
🌡ГЛПС билдәләре сир башланған мәлдә киҫкен вирус-респиратор ауырыу һәм гриппты хәтерләтә — тән температураһы 38-40 градусҡа тиклем күтәрелә, ҡалтырандыра, баш ауырта, тән һыҙлай, бит, муйын һәм кәүҙәнең өҫкө өлөшө ҡыҙара.
⬇️ГЛПС-ҡа ҡаршы вакцина юҡ, шуға күрә иң мөһиме — иҫкәртеү:
✓ баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә яҙлы-көҙлө дератизация үткәрегеҙ;
✓ үҙ участкағыҙҙа кимереүселәр менән көрәшегеҙ;
✓ миҙгел асыр алдынан баҡса йортоғоҙҙо елләтегеҙ һәм дезинфекция саралары ҡулланып йыйыштырығыҙ, һауыт-һабаны йыуып, ҡайнар һыу менән эшкәртегеҙ;
✓ сүп-сарҙы ваҡытында ташлағыҙ — унда кимереүселәр йәшәүе мөмкин;
✓ һепереү урынына иҙәнде 3 процентлы хлорамин ҡатнашмаһы менән йыуып сығарығыҙ (шулай уҡ һауыт-һабаны эшкәртергә мөмкин);
✓ гигиена үтәгеҙ, саң менән эшләгәндә битлек һәм бирсәткә кейегеҙ;
✓ һыуҙы ҡайнатып эсегеҙ;
✓ аҙыҡ-түлекте кимереүселәр үтә алмаҫлыҡ ҡапҡаслы банкаларҙа һаҡлағыҙ;
✓ кимереүселәр ҡағылған йәки бысратҡан аҙыҡ-түлекте ашау ҡәтғи тыйыла;
✓ урманда йәки участкала һауыт-һабаны үләнгә һәм түмәрҙәрҙә ҡуймағыҙ – махсус япма ҡулланығыҙ, ә төнгөлөккә аҙыҡты муҡсаларға һалып ағасҡа аҫып ҡуйығыҙ.
👨🏻⚕️Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығына иғтибарлы булығыҙ. Тәү билдәләр тойоу менән медицина ярҙамына мөрәжәғәт итегеҙ.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев