Свернуть поиск
Участники
Әсәйҙәргә ни кәрәк?
Әсәйҙәргә кәрәк аяҙ көндәр,
Алһыуланып атҡан яҡты таң,
Күңел тыныс, йөҙҙәр көләс була
Яҡшы хәбәр килһә балаңдан.
Әсәйҙәргә кәрәк рухлы улдар:
Үҫеп етеп һөнәр алһындар
Парлы булып-аҡыл,иман менән
Тормош һуҡмағынан барһындар...
загрузка
Показать ещёПравая колонка