
Насиба апайыма
Әсәйебеҙ көн дә ил эшендә,
Өйҙәге илде һин ҡараның.
Сыр-сыу килеп, сығырынан сыҡһаҡ,
Ҡупһа ыҙғыш, арҡаларыбыҙҙан
Йоҙроҡ бейетеп тә яраттың.
Бының былай булырҙай файҙаһы –
Туғандарҙан хөрмәт ҡаҙандың.
Ғаиләбеҙҙе ауылдаштарыбыҙ
Бер түгел, йөҙ тапҡыр маҡтаны.
Апаҡайым, һин бит ғүмереңде
Моңда йөҙөп, йырлап үткәрҙең!
Рәхмәтлебеҙ – гөл сәскәнән генә
Үрелгән был йөрәк өндәүе.
Апайыбыҙ йырлай – беҙ тыңлайбыҙ
Халҡыбыҙ яратҡан йырҙарҙы –
Юшатырҡайыбыҙ саф һыуҙары
Күңелдәребеҙҙе һуғарҙы!
Апаҡайым, һинең күңелкәйең
Гәүһәрҙәргә генә торорлоҡ!
Изгелекле, гүзәл ғүмеркәйең
Беҙҙең өсөн шатлыҡ, ғорурлыҡ!
0 комментариев
0 классов
Бәләкәс
Илмира һылыуыма.
Тормоштағы сағыу берәй мәлде
Хәтер ҡәҙер менән һаҡлайҙыр...
...Таллы уйҙа, уртаһында йәйҙең,
Бал ҡорттарын бағып ятабыҙ.
Ауыл яҡтан яҡынлаша берәү,
Ҡулында бәләкәй ҡыҙ бала.
Ҡусты менән беҙ һөрән һалабыҙ:
-Туҡтап тороң! Ҡорттар сағалар!
Кесе ҡусты шунда кескенәне
Әкрен генә ергә баҫтыра.
Беҙҙе күреп ҡалғас, ҡәҙерлебеҙ
Тәпәй-тәпәй беҙгә ашыға!
Беҙҙең ҡоттар оса! Бал ҡорттары
Геүләй, мыжғый, ҡайҙа ҡарама!
Һылыуҡайыбыҙға ташланһалар...
-Ҡотҡар, Аллам! Хәлдәр алама!
...Аллам ярҙам ҡылды. Бал ҡорттары
Баш осонан оса баланың!
Яланаяҡ тәпәй-тәпәй баҫып,
Яҡынлашҡанын һеҙ ҡарағыҙ!
Рәхмәттәр Аллама! Йөҙөбөҙгә
Һөйөнөс, шатлыҡтар һыҙылды.
Фәрештәләр дәфтәренә, иһә,
“Яҡты хәтерләү”, тип яҙылды.
0 комментариев
0 классов
Хәсрәт
“Беләһеңме, мине борсолдора,
Аңымды юйырҙай һыҙлатып? –
Юлдарыбыҙ бер саҡ айырылыр –
Осрашмаҫ тарафтар күп ятыр.
Ғүмер мәңге түгел – беребеҙгә
“Бәхил бул”, тип әйтер мәл етер.
Мәғлүм булмаҫ был икенсебеҙгә -
Ул саҡ булмаҫ осрашҡан күпер.
Тап шуға бит уйым-башым вайран,
Һорау ҙа юҡ , юҡтыр яуабы.
Тик уйҙарым бутала был хәлдән,
Йәндәрем дә ҡуя һыҙланып.”
Әй, саф күңел! Атлай инек ул саҡ
Дер һелкетеп берләм юлдарҙы!
Айырылғанға байтаҡ йылдар уҙған,
Бына бөгөн хәтер уянды.
Һорауым да тыумай, һин әйткәнсә,
Шуға инде булмаҫ яуабы.
Һөйгән йөрәк кенә бындай хәлдә -
Шуныһын ғына ныҡ аңланым.
Тик хәсрәтен күрә, ғазабын.
0 комментариев
0 классов
Төштәр
-Төндәрем фетнәле…
-Булмаҫтыр, ҡуйсәле,
Был ни хәл, әйтсәле!
-Төштәрем хәүефле.
Эштәге мажара,
Илдәге хараба –
Әйтерһең, “Байыҡ”ты
Ен-пәрей башҡара!
Төштәрҙә ғәрәсәт,
Йә уймаҡ сәйәсәт!
Ни хәлдә сәнәғәт?
Үҫәме бәрәкәт?
Төштәрҙә әкәмәт –
Өндәйҙер йәмәғәт:
“Сәнәғәт, сәйәсәт
Көн итһен сәләмәт!”
Йәһәтләп, түрҙәргә
Әпкәләй үрмәләй.
Әүермән эйәрҙә
Өйөрҙө әйҙәләй.
Бәйгебеҙ бер генә -
Шау-шоуҙа йөҙөргә!
Әйләнә һәр нәмә
Уйынға, көлкөгә!
Аҡты ҡара тибеҙ,
Ҡараны аҡ тибеҙ!
Баштүбән йөрөйбөҙ,
Ҡаш менән бейейбеҙ!
Бәлки төш түгелдер,
Өндәрҙә гиҙәмдер?
Нисек һуң күрәмдер
Төндәрҙә өндәрҙе?
Тайпылып тәҡдирҙән,
Әйтерһең, йәҙрәнән,
Уянып төштәрҙән,
Күҙ һалам тәҙрәгә.
Төштәрем тиҙ генә
Бер епкә теҙелә.
Остолар - киттеләр
Мәккәнең күгенә.
“Булһын хәйерлегә!” –
Өндәйем тәңремә.
Өндәрем хәүефһеҙ
Килерме – бел генә…
1.03.20.
Күҙҙәрең
Бер ҡарауға һинең ҡиәфәтең
Тик һөйөнөү ошо ғүмерҙән.
Илгәҙәк, илаһи йөҙөң, имеш,
Ҡәнәғәтлек менән күмелгән.
Битарафлыҡ түгелдер ҙә инде? -
Айырыуы ҡыйын, билдәһеҙ.
Тәрәнлеген кемдәр үлсәгән һуң
Һағыш һипкән күҙҙәр-күлдәрҙең?
Төҫмөрләнә шатлыҡ, тәүәкәллек,
Нурҙар бөркөп торһа күҙҙәрең.
Күлгә, әгәр. инһәң тәрәнерәк,
Түҙем, өмөт, һөйөү күрәһең.
Күҙҙәреңдә моң
Ҡаштарың – йәйғор, ҡарлуғас,
Әллә тылсымлы һыҙат.
Тура, тулы ҡарашыңдан
Йығылмаҫ тимә ир-ат.
Илаһи моң күҙҙәреңдә -
Уға ниҙәр сәбәпсе?
Бөтмәҫ-төкәнмәҫ һағышмы,
Мәңгелек мөхәббәтме?
Моң-һағыш юлын быуырға
Ниндәй сара табырмын?
Үҙем дә бит шул тарафта –
Күҙҙәреңә бағырмын…
0 комментариев
2 класса
Шаҡай* юлы
Аҡ байтал уйнаҡлағандай
Йылҡы йылының хәле:
Аҡ ҡарҙарҙа аунай ҡояш –
Шаҡайҙың алтын мәле.
Аҡ ҡонанда аҡ ҡар ярам,
Ары ята көнбайыш.
Аҡ шыршылар, ашҡынышып
Оҙата, бынағайыш.
Аҡ сыуаҡта аҡ йөҙөңдө
Күреп ҡалғандай булдым.
Әллә ҡояш, әллә һағыш –
Абайламайса уҙҙым.
*Шаҡай – февраль.
Аҡ бурандар
“Яҙҙы көтәм, йәйҙе һағындыра…” –
Йыш яңғырай бындай ауаздар.
Тере йәндәр ҡояш йылыһына
Ылығыша борон замандан.
Ғәфү, дуҫтар, яҙға ынтылмайым,
Яҙ – көҙ, йәй – ҡыш - йыл да уҙғаны!
Күңелемә, фиғелемә яҡын
Күҙ асҡыһыҙ ҡарға бураны!
Йәшлегемдең бәллүр буранайы
Хәтеремә ҡунған, уйылып:
Аҡ буранда аҙашҡандай, ҡалды
Яҡты мөхәббәтем, ҡул һуҙып…
Ел-буран шаулатып, яҙ алдынан
Яңырғанда ҡыштың һулышы,
Урамдарға сығам – ҡолағымда
Йәшлек мөхәббәтем тауышы…
Йыһан серҙәре
Бөйөк серҙәрҙең бөйөгө:
Йыһанда эш көйләнгән.
Ер, Һауа, Һыу – тотошлайы
Ер шарына әйләнгән.
Күк менән Ер һыу арҡылы
Мәңгелеккә бәйләнгән.
Күл-диңгеҙҙәр, ләззәтләнеп,
Илаһи Күккә аша.
Ер-әсәне күҙәтәләр
Моңһоу болоттар аша.
Йөрөмәйҙәр баш осонда,
Атланғандай алаша.
Ямғыр, йә ҡар булып улар
Ғәзиз еренә “таша”.
Был мөхиттә, ғәҙәтенсә,
Таң мәлендә - ҡарағыҙ –
Ер менән Күк араһында
Тыуа әҙәм балаһы!
…Йәнә бер сер быныһы.
Бөйөк серҙәр теҙмәһенән
Һикереп төшәмен ергә.
Ошо мәлдә бер әңгәмә
Ырғып менә хәтергә:
…”Йыһан серҙәре күберәк!” –
Тине йән дуҫ йәнкәйем.
Иҫтән киткән - ни йәһәттән
“Серҙәрең күп…” тигәйнем.
0 комментариев
0 классов
Пилигрим
Клоунам посвящается. Ирина Камалиева.
Перевод с русского Даута Амангильдина.
Үҙ яҙмышың ары – бар шөғөлөң
Башҡаның күңелен күрергә!
(Хахылдашып туймағандар өсөн
Һин бер меҫкен килмешәк кенә.)
Һин диуана - әйҙәүсе, йәнәһе...
Бәлки йәлке илаҡ, шаталаҡ!
Тир түгәһең, тик эйәр өҫтөндә
Һин түгелһең – унда башҡалар.
.
Майҙанға сығаһың – ни маҡсатың?
Халыҡ, йә һин – кем һуң битлектә?
- Ҡағынырға ҡайғы-хәсрәттәрҙән –
Дауаларға ундай этлекте!
Диуанамы, әллә ғәскәр башы?
(Аҡыл боҫҡан битлек аҫтында.)
Ғазаптарға дарыу – гөр алҡыштар –
Ғәйәр хаким халыҡ алдында!
...Күптән таралышҡан тамашасы,
Күҙен йомған цирк шәмдәре.
Аренала берәү баҫып тора –
Яңғыҙ булмаҫ – яҡын шәүләһе.
Битлектәр юҡ: биттәр, яңаҡтарҙан
Буяу ҡатыш ҡайнар тир аға!
Әллә күҙ йәштәре... Ни тарафта
Ғәйәр хаким – меҫкен диуана?...
Елдәр ғәйепле
Сәләм һиңә, хәбәрһеҙ йән!
Ҡарашыңда осҡондар.
Күрәм – көткәнһең, сибәрем,
Күҙҙәрең зарыҡҡандар.
Ҡайғыңды, ҡыуанысыңды
Бүлешәһең, күҙ атып.
“Донъя ығы-зығыһына
Бирешмә,” – тим, йыуатып.
Әйтәһең, үткәнгә төбәп:
- Күңелем күтәрелде!
Иҫләнем юҡҡа рәнйетеп,
Көйөнөп йөрөгәнде.
Көйөнмә лә. әсенмә лә,
Өҙгөләмә үҙеңде.
Һин дә түгел, мин дә түгел –
Яҙғы елдәр ғәйепле.
0 комментариев
0 классов
Бенгал уты
“Ҡара әле, ҡалай матур!” –
Кесе-оло һоҡлана:
Ҡараңғылыҡ ҡосағында
Утлы шарлауыҡ аға!
Бенгал уты осҡон сәсә,
Мең йондоҙо атыла.
Балаларҙың күҙҙәрендә
Өмөт, шатлыҡ артыла!
Ығы-зығы артҡа күсә
Ул мөғжизә алдында.
Аҙ булһа ла, ғүмер үтә
Хозурлыҡ донъяһында.
Бенгал уты янып бөттө-
Ҡыҫҡа уның ғүмере.
Мең йондоҙо ғәйеп булды,
Тороп ҡала күмере.
Һүнһә һүнһен бенгал уты,
Яҙмышылыр, күрәһең –
Тик әҙәмдең күҙҙәрендә
Өмөт уты һүнмәһен!
Башҡорт исемдәре
Бөткөһөҙ шул башҡорт исемдәре!
Ҡанса булыр, тип, һорамағыҙ.
Умартала бал ҡорто иҫәбен
Һанап ҡарау, ахыры, файҙаһыҙ.
“Башҡорт исемдәре” китабында
Йөҙәрләгән шәхес йыйылған.
Таңһылыу апайҙың* бай һандығы
Алтын-көмөштәрҙән ҡыйылған.
Исемдәрҙе күҙләп, күҙаллайбыҙ:
Бында батыр башҡорт улдары!
Уралтауҙың ҡуйынында тыуған
Һылыуҡайҙар - башҡорт ҡыҙҙары!
Бихисап шул башҡорт исемдәре –
Йәшәйешебеҙҙең көҙгөһө!
Данлы башҡорт тарихы билдәһе,
Бөйөк шәжәрәбеҙ өлгөһө!
*Таңһылыу Кусимова.
0 комментариев
1 класс
Һүҙҙән уйға…
Әйттем үҙем: Һөйләшәбеҙ
Йыһан аша көноҙаҡ.
Ҡыҫҡартайыҡ әңгәмәне –
Ваҡыт бит - алтын ҡоҙоҡ!
Әйттең үҙең: Шулай булһын –
Һан сифатҡа әйләнһен!
Һүҙ тартылһын һығымтаға -
Берәгәй уй төйнәлһен!
Яулайһың ғилем үрҙәрен,
Хоҙай биргән аҡылды.
Рәхмәт инде, аҡҡошҡайым –
Бына, шиғыр яҙылды!
Раушания
Дөрөҫтөр ул - ниндәй исем - шуға
Лайыҡ, имеш, әҙәм балаһы.
Сабый тыуғас, шатлыҡ, аҡ бәхеттәр
Теләй бит ул әсә - атаһы.
Раушания - «Шатлыҡ, саф аҡ сәскә!»
Матурлыҡҡа донъя баш эйгән!
Ҡараштарың моңло һағыш ҡына,
Шатлыҡтарың ҡайҙа йәшенгән?!
Раушания – «Бәхет, яҡты хыял!» -
Зинһар тормошоңа инһендәр!
Исемеңә, иркәм, тап килһен дә,
Шатлыҡтарың балҡып китһендәр!
Килер яҡтылыҡ
Фонарҙар быҙлай –
Яҡтылыҡ һыҙмай.
Урамда саҡта
Боҙҙа, тайғаҡта
Йығылып ятма –
Һағыраҡ атла!
Түгелһең парадта.
Фонарҙар яныр,
Яңынан балҡыр,
Күкрәк һуҡҡанда
Сама тотҡанда.
Фонарҙар быҙлай -
Гел булмаҫ былай.
Килер тыныслыҡ,
Тыуыр яҡтылыҡ -
Йөҙҙәребеҙ ҙә
Балҡыр, яҡтырып!
18.12.25.
0 комментариев
0 классов
Көлгә әйлән, зобани!
1919 йылдың мартындаҠыҙыл армия яғына сыҡҡан
яугирҙар Шәйехзада Бабич һәм Ғәбделхәй Иркәбаев
вәхшиҙәрсә язалап үлтерелә.
Йөҙ йыл да уҙмаған әле –
Кисә генә булғандай:
Темәстән Ҡыҙыл Мәсеткә
Йылғыр малҡай юрғалай.
Алтын да юҡ, аҡыҡ та юҡ
Пар ҡанатлы санала:
Халҡына нур таратмаҡсы
Ике башҡорт балаһы.
Артылыштан аҫҡа тарта
Йылайырҙың урамы.
Зобаниҙар эт тубығы:
Мыжғышалар, сыуалып.
Бәдбәхеттәр ҡоторалар –
Башҡорттарҙы һуялар!
Ауыҙҙары, морондары
Ҡара ҡанға буялған!
Зобаниҙар ҡаныҡҡандар –
Язалай, мыҫҡыл ҡыла;
Ҡоторған эттәй ҡылана,
Сумған яуызлығына!
Ҡанэскестәр ҡанға туймай –
Тамуҡҡа тура атлай:
Бабич менән Иркәбайҙы
Ҡылыс ҡармап тураҡлай!
Ике йәш баланың ҡаны
Ҡара тарихта ҡала -
Зобаниҙар нәҫеленә
Юйылмаҫ инәү һала.
1999й.
0 комментариев
1 класс
Ил ағаһы
Мортаза Рәхимовҡа, февраль, 2014 йыл
Артҡа бармай тарих, алға бара,
Тетрәнеүҙәр аша уҙһа ла.
Халыҡ бара тарих арбаһында -
Йә юл яра, йәки юғала.
Бар бәғзеләр - юлға боҙ һала.
Егерменсе быуат аҙағында
Мортазаны халыҡ һайланы.
Халыҡ менән тарих арбаһында
Бер булды ул, бергә ҡайнаны -
Шатлыҡтарҙы бүлеп, ҡазаны…
Анһат түгел хатта тауыҡ көтөү –
Илде алға тартып ҡара әле!
Ил байлығын тар – мар ҡыла бәғзе –
Бер көн менән йәшәү бар әле!
“Халыҡ”, тиеп, алдаҡ юлға баҫып,
“Халыҡ”, тиеп, һатып сафсата,
Шул халыҡты ярты тингә һатып
Мәж килеүсе “дуҫтар” бар саҡта
Еңел түгел ил уҙаманына
Аҡ – ҡараны бүлеп алырға,
Күптәр аңды – түңде юғалтҡанда
Айыҡ аҡыл менән ҡалырға!
Кем һуң иңҡар итер – был йылдарҙа
Мәҙәниәт сәскә атҡанын,
Ил буйынса йөрөп, Мортазаның
Күпме мәктәптәрҙе асҡанын!
Кем һуң иңҡар итер – халыҡтарҙың
Теле, йөҙө, рухы асылды –
Дуҫлыҡ тыумай сағыу лозунгыла,
Дуҫлыҡ тыуа бары асылда!
Сара ҡылыу, ҡарар юллау өсөн
Көндәр түгел, төндәр уҙғандыр.
Ҡөҙрәт биреп, өмөт ҡабыҙыусы
Халыҡ ышанысы булғандыр.
Ил ҡеүәтен үҫтерергә - һүҙ юҡ,
Туҙҙырмаҫҡа булған байлыҡты.
Ер - әсәне рәнйетмәҫкә берүк –
Шул фәлсәфә өҫкә ҡалыҡты.
Кәңәшсеһе булды Мортазаның
Ил инәһе, ил ағалары.
Алтын ҡурай уйнап, атта сабып,
Үҫеп етте ил балалары!
Ил ғүмере – үҙе ғүмерендәй,
Үҙ яҙмышы – халыҡ яҙмышы!
Мортазаға һаман тынғы бирмәй
Ғәзиз иле, халыҡ булмышы!
Беҙ яҙабыҙ теләктәр
Флора һылыуыма
Яҡындарға беҙ теләйбеҙ
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхеттәр!
Тәндең, рухтың иҫәнлеге
Үҙе лә бер бәхеттер.
Бәхет баҙарҙа һатылмай,
Үҙ ваҡытын һайлаусан.
Тауис ҡошо ҡаурыйҙары
Йәнә тиҙ ҡойолоусан.
Йәшәйештең менгән аты -
Быуын ебен һаҡлау бар.
Ата-баба аманатын
Артабан тапшырыу бар!
"Шул шөғөл түгелме икән
Бәхет менән ауаздаш?"
...Ҡасандыр һорап ҡуйғайны
Бер уҙаман-замандаш.
Бәхет ул - мәңгелек, тиеп,
Күҙаллауы ҡыйындыр.
Маташмаҫбыҙ иңҡар итеп,
Әйтһәләр: “Ул хыялдыр”.
Һаулыҡ, бәхет…Тағы ниҙер
Һиҙенгән һымаҡ йөрәк…
Беҙ яҙабыҙ теләктәрҙә:
Һаулыҡ, бәхет, Мөхәббәт!
0 комментариев
0 классов
Фильтр
Насиба апайыма
...- Класс
Бәләкәс
...- Класс
Хәсрәт
...- Класс
Төштәр
...Шаҡай* юлы
...- Класс
Пилигрим
...- Класс
Бенгал уты
...Һүҙҙән уйға…
...- Класс
Ил ағаһы
...- Класс
загрузка
Показать ещёНапишите, что Вы ищете, и мы постараемся это найти!
Левая колонка
О группе
Здесь авторы пишут свои стихи на БАШКИРСКОМ. В сутки каждый может открыть ОДНУ тему, не более.
- Уфа
Показать еще
Скрыть информацию
Фото из альбомов
Ссылки на группу
66 943 участника
2 492 участника
1 879 участников